не упустите возможность удобно скачать песню Атай Әти.
Текст:
АТАЙ
1) Һауаларҙы ярып осор өсөн
Ныҡлы ҡанат кәрәк бөркөткә.
Атай кәрәк, кәрәк балаларға
Юл күрһәтер өсөн бәхеткә.
Припев
Йәшәү көсө ҡайҙа,ҡайҙа атай,
Ҡаяларҙа бөркөт ҡағына.
Ҡаяларҙа бөркөт, ерҙә һине
Моңға ғашиҡ улың һине һағына.
2) Донья көтөр өсөн ярҙам итә
Атайҙарҙың бирер кәңәше.
Саңҡ-саңҡ иткән бөркөт балаһылай
Ир егеттең тама күҙ йәше.
Припев тот же.
( сл Рахим Валиуллина муз Артур Кусимов & Elvin Grey)
Комменты (0)